Башҡорт халҡының милли традицияларға бай аштар әҙерләү оҫталығы бик күптән килә. Күп быуаттарға һуҙылған тарих дауамында милли оригиналь аштар барлыҡҡа килгән, улар үҙҙәренә генә хас сифаттарҙы әлегә тиклем һаҡлағандар. Башҡорттарҙың милли аш-һыуында итле ризыҡтар зур урын тотҡан. Иттән тултырма, ҡаҙы эшләгәндәр, бишбармаҡ, һалма бешергәндәр. Итле аштан һуң ҡоротлап һурпа эскәндәр.
Башҡорт теле көнөнә арналған “тәмле” сара – бишбармаҡ бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе райондың “Ағинәйҙәр ҡоро” ойошмаһының етәксеһе, беҙҙең китапхананың иң актив китап уҡыусыһы һәм дуҫы Зарипова Резида Рәйес ҡыҙының йортонда уҙҙы. Ағинәйҙәр ойошмаһы ағзалары – Сәетова А.Ғ., Хәмидуллина Р.Ғ., Басимова Р.Т. сарала актив ҡатнаштылар. Уңған оҫтабикә Мәүлимә Садретдин ҡыҙы бишбармаҡ бешереү буйынса үҙенең оҫталыҡ серҙәре менән уртаҡлашты.
ОҪТАЛЫҠ ДӘРЕСЕ “БИШБАРМАҠ – БАШҠОРТ ХАЛЫҠ АШЫ”
#башҡорттелейылы#башҡорттелекөнө#башҡорттелендәһөйләшәм


