Ап-асыҡ тор һәр ваҡытта, әй китап, баҡһам һиңә,
Ысын, асыл нигеҙле ерҙән күп белемдәр бир миңә!
Эй китап, мин аңраны төҙ юлға күндерһәнә,
Мине баҫҡан йәһел[1] утын һыу һибеп һүндерһәнә.
Һин йыуатҡыс, һин уятҡыс, һин миңә ысын атам,
Булмаһаң һин, мин һине һағынып ҡына сирләп ятам.
Эй китабым, эй китап, миңә ҡыл һин хитап,
Һин генә башымдағы сүп-сарҙы алырһың утап.(1910)
Ҡәҙерле китап уҡыусыларыбыҙ!
Һеҙгә З.Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир Шәйехзада Бабичтың күптән түгел донъя күргән «Ал да сәс нур халҡыңа» исемле шиғырҙар китабын тәҡдим итәбеҙ. Бөйөк башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың (1895-1919) тыуыуына 125 йыл тулыу айҡанлы нәшер ителгән был китапҡа киң ҡатлам уҡыусылар яратып уҡыған шиғырҙары һәм поэмалары тупланды. Китап тел һәм әҙәбиәт белгестәре, уҡытыусылар, педагогтар, филология факультеты студенттары һәм әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн тәғәйенләнгән.