ШИҒРИӘТ ҺӨЙӨҮСЕЛӘР ӨСӨН ЯҢЫ КИТАПТАР!!!📚
Беҙҙең китапхана Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан яңы шиғырҙар йыйынтыҡтары менән байыны. Йыйынтыҡтарҙа Тыуған илгә, ергә һәм телгә, халыҡҡа һәм мөхәббәткә мәҙхиә йырланған матур, уҡыуға еңел булған һәм мауыҡтырғыс шиғырҙар тупланған.
Китапханабыҙға рәхим итегеҙ, уҡығыҙ!