Герб
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
межпоселенческая централизованная
библиотечная система

муниципального района Дюртюлинский район
Республики Башкортостан
Контакты
Прочие контакты
Факт. адрес
452320, Республика Башкортостан, г. Дюртюли, ул. Разила Мусина, д. 72
Юридический адрес
452320, Республика Башкортостан, г. Дюртюли, ул. Разила Мусина, д. 72

КИҢ КҮҢЕЛЛЕ ИЖАДСЫ

Оҙон ғына юлда берәү – мин ул
Мең төрлө уй башта – төйөнсөк.
Был донъяла минең балам ҡала:
Яҙмыш бүләккәйе – һөйөнсөм.Зөбәржәт Йәнбирҙина 1945 йылдың 18 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Көйөргәҙе районы Ҡунаҡбай ауылында тыуған. Шағирә, 1990 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Хәким Ғиләжев исемендәге премия лауреаты. 1973 йылдан алып Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районының төрлө предприятиеларында һәм учреждениеларында эшләй. Зөбәржәт Йәнбирҙинаның «Йөҙөк ҡашы» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1978 йылда сыға. Уның ижадына тәрән хис-тойғолар, тел байлығы, образлылыҡ хас. «Күк мунсаҡ» (1991), «Ил инәһе» (1995), «Һандал» (2001), «Даға сыңы» (2005) һәм башҡа шиғри йыйынтыҡтарына ингән әҫәрҙәренең төп темаһы — туған халҡының яҙмышы, тормошта кешенең үҙ урыны, ҡатын-ҡыҙ бәхете.
Яҙылып бөтмәгән «Көҫәпәй» романы (1-се һәм 2-се бүлектәре 1977 һәм 2001 йылдарҙа «Ағиҙел» журналында баҫылып сыға. Зөбәржәт Йәнбирҙина башҡорт балалар шиғриәте өлкәһендә лә ижад иткән. Кескәйҙәр өсөн яҙылған «Ҡолонсаҡ» (1992), «Айбулатым — ейәнем» (1994) китаптары авторы. Шиғырҙарына йырҙар яҙылған. 63 йәшендә, 2009 йылдың 9 майында, яҡты донъяларҙан китеп барҙы.