Герб
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
межпоселенческая централизованная
библиотечная система

муниципального района Дюртюлинский район Республики Башкортостан
(МБУК МЦБС МР Дюртюлинский район РБ)
Контакты
Прочие контакты
Факт. адрес
452320, Республика Башкортостан, г. Дюртюли, ул. Разила Мусина, д. 72
Юридический адрес
452320, Республика Башкортостан, г. Дюртюли, ул. Разила Мусина, д. 72

КӨҘ – ИЖАДСЫ🍂🍁🍁

Ҡәҙерле әҙәбиәт һөйөүсе дуҫтарыбыҙ!
Йылы сыуаҡ, һары япраҡлы алтын көҙ көндәре менән хушлашырға ашыҡмайыҡ әле. Башҡорт китабы айлығы сиктәрендә һеҙҙең иғтибарығыҙға көҙҙөң үҙе кеүек яҡты һағыштарҙан, моңһоу шатлыҡтарҙан туҡылған шиғри шәлкем тәҡдим итәбеҙ!

ӘБЕЙҘӘР СЫУАҒЫ
Күлдәктәре йәйҙең туҙҙы инде,
Ҡойолдо ла инде уҡаһы.
Ә мин һаман, ялғап-ҡорап булһын,
Йәйҙәремде килә тотаһым.
Һүрәнәйә барған ҡояшының
Һәр нур-уғын һалам ҡыныма,
Башланышта ғына йәй күңелдә
Һыйынһа ла көҙҙәр һыныма.
Сыуаҡлаған булып көҙ ҡыҫҡартам,
Үпкәләрем әммә юҡ йәйгә:
Йәне – йәндән, тәне – тәндән алмам
Ерегеп тә ергә түл йәйгән.
Көҙгө һыуҙа йөҙҙәремде һырлап
Үрмәкселәр үрә үәл-ауын,
Аһ, йәйҙәрҙең күлдәктәре туҙҙы,
Тоторға тип һонған ҡул еленән
Осоп китә япраҡ-ямауы.
Гүзәл Ситдиҡова

КӨҘ – ИЖАДСЫ
Көҙ бейетә ерҙе үҙ көйөнә,
Сиртә-сиртә алтын ҡылдарын.
Һары япраҡтарҙы өйөрөлтә,
Һуңғы вальстың һуҙып йырҙарын.
Тып-тып итә ямғыр тамсылары
Талғын ғына моңға эйәреп.
Сафҡа баҫҡан ғорур ҡарағайҙар
Көҙ сығышын ҡарай ирәйеп.
Ҡайын, миләштәр ҙә илһамланып
Бәүеләләр наҙлы көй тыңлап.
Йылғыр елдәр һыйпап иҫкән саҡта,
Тәңкәләре ҡала сылтырап.
Сәхнәләрҙең бәрхәт келәменә
Йәйғор булып төҫтәр һибелгән.
Нурҙарынан күҙҙәр ҡамашырлыҡ
Сәйләндәрҙән биҙәк сигелгән.
…Бар донъяны үҙ көйөнә имләп,
Көҙ-ижадсы ҡорған тамаша.
Аҡ шаршауҙар төшөр алдынан
Һуңғы йырын һуҙа йәш аша.
Римма Солтанова.

#Башҡортостанҡыҙы#Башҡорткитабыайлығы