“ТАРИХИ ХӘТЕРҘЕ ЯҢЫРТЫП”
Кисә Өсбүлә ауылында Башҡорт тарихы йылына бағышланған “Өсбүлә йыйыны” үтте. Сара йәштәрҙе боронғо йолаларға ылыҡтырыу, уларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, рухи тамырҙарыбыҙҙы барлау, туғанлыҡты нығытыу ниәтендә лә ойошторолдо. Беҙҙең китапхана “Башҡортостаным – илем, ғорурлығым һин минең” тип аталған китап күргәҙмәһе ойошторҙо, “Башҡортостан республикаһының төньяк-көнбатыш райондары буйынса диалектологик экспедиция материалдары” һәм “Төньяк-көнбатыш башҡорттарының фольклор текстары” китаптарын тамашасыларға тәҡдим итте.
#БашҡортТарихыЙылы#ГодБашкирскойИстории