Герб
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
межпоселенческая централизованная
библиотечная система

муниципального района Дюртюлинский район Республики Башкортостан
(МБУК МЦБС МР Дюртюлинский район РБ)
Контакты
Прочие контакты
Факт. адрес
452320, Республика Башкортостан, г. Дюртюли, ул. Разила Мусина, д. 72
Юридический адрес
452320, Республика Башкортостан, г. Дюртюли, ул. Разила Мусина, д. 72

«ШИҒЫР МИНЕҢ – ТОРМОШОМ МИНЕҢ…»

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт, Рәми Ғарипов исемендәге, Зәйнәб Биишева исемендәге, әҙәби премиялар лауреаты, һәм «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалына лайык булган шағир Назаров Хәсән Мөҙәрис улына бөгөн 80 йәш.
Хәсән Назар 1942 йылда Башҡорт АССР-ы Ейәнсура районы Таулыҡай ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ҡужанаҡ ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай. Бөрө ҡалаһында кооператив училищелә уҡығас, район ҡулланыусылар йәмғиәтендә эшләй. Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Бөрйән районының Таң гәзитендә эшләп ала, баҫманың бүлек мөдире була. Ижадтың ысын тәмен татыған һәм тормошҡа ныҡлап аяҡ баҫҡан Хәсән Назар 1967 йылда Өфөгә юллана. Баш ҡалала ул журналист ҡәләмен тәүҙә «Ленинсы» гәзитендә һынап ҡарай, бер аҙҙан «Ағиҙел» журналы редакцияһына күсә. Әйтергә кәрәк, тормош һәм ижад тәжрибәһен етерлек туплағас һәм республикала билдәле әҙипкә әйләнгәс, ул был тос баҫмаға тағы әйләнеп ҡайта һәм журналдың бүлек мөдире йөгөн тарта. 1971 йылдан «Совет Башҡортостаны» гәзитендә хеҙмәткәр, ошо йылды “Бөркөттәр төйәге” йыйынтығын уҡыусыларға тәҡдим итә. 1974-1977 йылдарҙа БАССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Телевидение һәм радиотапшырыуҙары комитетында редактор була. 1975 йылда ситтән тороп СССР Яҙыусылар союзының Мәскәүҙәге А.М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай. 1987 йылдан «Башҡортостан пионеры» гәзите редакцияһында бүлек мөдире, 1990—1992 йылдарҙа «Йәшлек» гәзитенең яуаплы секретары, 1994—1995 йылдарҙа редактор урынбаҫары була. 1995—2001 йылдарҙа «Ағиҙел» журналының шиғриәт һәм сәнғәт бүлеген етәкләй, аҙаҡтан 2007 йылға тиклем «Башҡортостан» гәзитенең әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлегендә эшләй. Хәсән Назар шиғриәте менән халыҡ күңелен яулаған һүҙ оҫтаһы. Уның “Шоңҡар сөйәм” (1992), “Заман заңы” (1995), “Асманға ашыу” (2000) һәм башҡа китаптары шиғриәт донъяһының күгендә үҙ урынын биләй. Хәҙерге ваҡытта шағир Өфөлә йәшәй һәм ижад итә.

Хөрмәтле китап уҡыусыларыбыҙ, һеҙҙең өсөн Хәсән Назарға арналған китап күргәҙмәһенән китаптар тәҡдим итәбеҙ:
«Һайланма әҫәрҙәр» йыйынтығында 1960-2016 йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙары, поэмалары тупланған. Уйы тәрән, рухы юғары шағирҙың әҫәрҙәре милли аһәң, донъяға фәлсәфи ҡараш менән һуғарылған, заман заңына сорналған.
“Ғүмер һәм дәүер” шиғырҙар йыйынтығында ғүмер һәм дәүер асылын үҙ яҙмышы аша асҡан шиғырҙар тупланған. Уларға милли рух көсө, фәлсәфәүи тәрәнлек хас. Тарихи ерлек, заманса яңғыраш, моң һәм аҡыл берлеге, әҙәби камиллыҡ – ошо талаптар юғарылығында яҙа шағир.