Герб
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
межпоселенческая централизованная
библиотечная система

муниципального района Дюртюлинский район Республики Башкортостан
(МБУК МЦБС МР Дюртюлинский район РБ)
Контакты
Прочие контакты
Факт. адрес
452320, Республика Башкортостан, г. Дюртюли, ул. Разила Мусина, д. 72
Юридический адрес
452320, Республика Башкортостан, г. Дюртюли, ул. Разила Мусина, д. 72

“БАШҠОРТ ДОНЪЯҺЫНЫҢ ЙЫЛЪЯҘМАҺЫ”

“Башҡорт тарихының өс тағаны бар – архив, китапхана һәм музей. “Ватандаш”ты иһә уның дүртенсе тағаны, тип атар инем”. Н. Сәлимов.

Ҡәҙерле дуҫтар! Халҡыбыҙҙың үткәнен, туған телен, милли мәҙәниәтен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырған “Ватандаш” журналының сыға башлауға 25 йыл тулды. Журналдың баш мөхәррире филология фәндәре кандидаты, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Рәшиҙә Мәһәҙиева.
✏«Ватандаш» үҙендә бер юлы өс баҫманы берләштерә, тип әйтергә мөмкин. Иң беренсе сиратта, ул, әлбиттә, ижтимағи-сәйәси журнал. Унда заманыбыҙҙың иң көнүҙәк проблемалары яҡтыртыла, йәмғиәтте борсоған мәсьәләләр күтәрелә, республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың телен, тарихын һәм мәҙәниәтен һаҡлау һ.б.
✒Икенсенән, «Ватандаш» –фәнни-популяр баҫма.Ундағы махсус бүлектә ғалимдар: тарихсылар, социологтар, этнографтар, философтар, телселәр,әҙәбиәтселәрҙең мәҡәләләре баҫыла. Уларҙы рәсми сығыштарға әҙерләнгәндә, конференциялар, түңәрәк өҫтәлдәр ойошторғанда, реферат, курс һәм диплом эштәре яҙғанда файҙаланырға була. Был йәһәттән «Ватандаш»тың дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәргә, учреждениеһәм ойошмалар етәкселәренә, уҡытыусыларға, китапханасыларға, тәрбиәселәргә, йәмәғәт эшмәкәрҙәренә студенттарға һәм уҡыусыларға ярҙамы ҙур.
✏Өсөнсөнән, «Ватандаш» – әҙәби-нәфис баҫма. Һәр һанында хикәйәләр һәм шиғырҙар баҫыла, хәҙерге донъя халыҡтары әҙәбиәте менән танышырға була.
Журналда урын алған мәҡәләләр, очерктар, әҙәби әҫәрҙәр уҡыусыларыбыҙҙың күңелдәрен уятып һиҫкәндерер, дәртләндерер, урыны менән уйландырыр тип ышанабыҙ. Мәҡәләләр башҡорт, урыҫ, инглиз телдәрендә баҫыла.
Китап уҡыусыларыбыҙ, һеҙҙе китапханала көтөп ҡалабыҙ!Килегеҙ!Уҡығыҙ!
#Ватандаш25
#дюртюлинскаяцентральнаябиблиотека
#Годкультурногонаследиянародов