Герб
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
межпоселенческая централизованная
библиотечная система

муниципального района Дюртюлинский район Республики Башкортостан
(МБУК МЦБС МР Дюртюлинский район РБ)
Контакты
Прочие контакты
Факт. адрес
452320, Республика Башкортостан, г. Дюртюли, ул. Разила Мусина, д. 72
Юридический адрес
452320, Республика Башкортостан, г. Дюртюли, ул. Разила Мусина, д. 72

“АТАЛАР ҺҮҘЕ – АҠЫЛДЫҢ ҮҘЕ”📖

Һәр халыҡтың рухи донъяһының тәрәндәге тамырҙары тәү нәүбәттә уның фольклорында художестволы сағылыш таба. Ата-бабаларҙың тарихи хәтерен һаҡлауҙа һәр жанр, шул иҫәптән әле иғтибар үҙәгенә ҡуйылған мәҡәл һәм әйтемдәр, үҙҙәренең тәбиғәтенә ярашлы, үҙенсә көс һала. Һуңғылары сәнғәти эшләнештәре, ғәмәли тәғәйенләнештәре буйынса бигерәк тә үҙенсәлекле.
Кинәйәлек, тапҡырлыҡ һәм ҡыҫҡалыҡ яғынан фольклорҙа мәҡәл һәм әйтемдәргә тиңдәш башҡа жанрҙы табыуы ауыр. Тиккә генә уларҙы “халыҡ аҡылының аҫыл ынйылары”, “саҡматаштан сыҡҡан алтын осҡондар” тип йөрөтмәйҙәр. Яҡшылыҡты яманлыҡтан, дөрөҫлөктө ғәҙелһеҙлектән, матурлыҡты йәмһеҙлектән айыра белергә өйрәтеүҙә мәҡәл һәм әйтемдәрҙәң мөмкинлектәре сикһеҙ. Уларҙы һаҡлап, киләсәк быуындарға тапшырыу үҙ халҡының тарихына, мәҙәниәтенә битараф булмаған һәр кемдең изге бурысы.

Ҡәҙерле китап уҡыусыларыбыҙ, һеҙгә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә сыҡҡан “Тел гәүһәрҙәре” китабын уҡырға тәҡдим итәбеҙ.
Бер нисә телдә нәшер ителгән мәҡәлдәр һәм әйтемдәрҙән торған был йыйынтыҡ үҙенсәлекле һәм ҡыҙыҡлы булыуы менән уҡыусыларҙы йәлеп итә. Авторҙар халыҡ ижадының был төрөн барлыҡ нескәлектәре, ҡиммәттәре менән тулыһынса еткерә алған, уларҙа күпме тел байлығы, аҡыл тәрәнлеге ята.
Китапҡа тупланған паремик ижад өлгөләре ике киҫәктән тора: беренсе киҫәккә – 400-ҙән ашыу башҡорт халыҡ мәҡәл-әйтемдәре һәм уларҙың рус, инглиз, немец, француз телдәренә тәржемәләре, икенсеһенә башҡортса-русса-инглизсә-немецса-французса мәғәнәләш мәҡәлдәр һәм әйтемдәр индерелгән. Баҫма киң ҡатлам уҡыусыға тәғәйенләнә.
Китап уҡыусыларыбыҙ, һеҙҙе китапханала көтөп ҡалабыҙ!Килегеҙ!Уҡығыҙ!
#Дюртюлинскаяцентральнаябиблиотека