Герб
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
межпоселенческая централизованная
библиотечная система

муниципального района Дюртюлинский район
Республики Башкортостан
Контакты
Прочие контакты
Факт. адрес
452320, Республика Башкортостан, г. Дюртюли, ул. Разила Мусина, д. 72
Юридический адрес
452320, Республика Башкортостан, г. Дюртюли, ул. Разила Мусина, д. 72

“БАШҠОРТОСТАН” БЕҘҘӘ ҠУНАҠТА!

Бөгөн Дүртөйлө үҙәк китапханаһында тантаналы сара булып үтте.
Беҙҙә “Башҡортостан” гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире Рәүилә Ғатауллина һәм Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, шағирә, журналист Тәнзилә Дәүләтбирҙина ҡунаҡта булдылар. “Яҙғы моңдар” шиғриәт конкурсында еңеүсе “Дулҡын” әҙәби ижад берләшмәһе ағҙаһы Клара Сафароваға, “Дарман” бейеү конкурсында ҡатнашып 1-се урынды яулаған “Сөмбөл” халыҡ бейеү ансамбленә дипломдар тапшырҙылар һәм автографлы китаптар менән бүләкләнеләр. Ҡунаҡтар китап уҡыусыларыбыҙға үҙҙәренең бер шәлкем шиғырҙарын уҡып ишеттерҙеләр, “Башҡортостан” гәзитендәге рубрикалар, баҫылған мәҡәләләр менән таныштырып үттеләр, республикабыҙҙың төп баҫмаһына яҙылырға саҡырҙылар. Сара бик матур һәм фәһемле үтте. Яҡташтарыбыҙҙы еңеүҙәре менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
#ГазетаБашкортостан #БашҡортостанГәзите
#Дюртюлинскаяцентральнаябиблиотека📖;