Герб
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
межпоселенческая централизованная
библиотечная система

муниципального района Дюртюлинский район Республики Башкортостан
(МБУК МЦБС МР Дюртюлинский район РБ)
Контакты
Прочие контакты
Факт. адрес
452320, Республика Башкортостан, г. Дюртюли, ул. Разила Мусина, д. 72
Юридический адрес
452320, Республика Башкортостан, г. Дюртюли, ул. Разила Мусина, д. 72

“ЯҘЫУСЫНЫҢ ИЖАД БАЛҠЫШЫ”📚

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова бөгөн үҙенең 75 йәшен билдәләй.
Таңсулпан Хисбулла ҡыҙы 1947 йылдың 22 сентябрендә Баймаҡ районы Күсей ауылында донъяға килгән. 1966 йылда Түбә урта мәктәбен тамамлай. 1968 йылда Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Аҙаҡтан Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй башлай.
1977 йылдан алып 1995 йылға тиклем “Ураҡ һәм сүкеш” Учалы гәзитендә корреспондент, “Яйыҡ” гәзитендә мөхәррир урынбаҫары булып иҫәпләнә. 2000-2004 йылдарҙа “Ватандаш” журналында эшләй.
Әҙәбиәткә Таңсулпан Ғарипова 70-се йылдарҙа килә. Уның тәүге китабы – “Ҡыр сейәһе” – 1978 йылда баҫыла. Һуңынан, “Күгәрсен йыры”, “Ҡояш һәм ай – бер бөтөн” хикәйәләр һәм повестар йыйынтыҡтары бер-бер артлы донъяға сыға.
Ете йыл тирәһе яҙыусы “Бөйрәкәй” романы өҫтөндә эшләй. Һуңыраҡ ул пенталогияға әүерелә. Романда башҡорт халҡының йөҙ йыллыҡ тарихи тасуирлана, изгелек һәм яманлыҡ араһындағы мәңгелек һуғыш яҡтыртыла. 2004 йылда “Бөйрәкәй” “Йыл әҫәре” тип иғлан ителә һәм шунда уҡ халыҡ һөйөүен яулай. 2006 йылда ул яҙыусыға Салауат Юлаев премияһын алып килә.
Һуңғы йылдарҙа әҙип драматургия өлкәһендә ижад итә. “Аҡ тирәк”, “Төштәге йыр”, “Ямғыр көткәндә” пьесалары драма театрҙарында уңышлы ҡуйыла. “Йәйге таш” киноповесы буйынса “Сөмбөлдөң етенсе йәйе” тулы метражлы фильмы төшөрөлгән. Был фильм Мәскәүҙә үткән Халыҡ-ара кинофестивалдә “Алтын фил” премияһына лайыҡ була.
Барлыҡ китап уҡыусылар исеменән, Таңсулпан Хизбулла ҡыҙын тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ, ҡоростай сәләмәтлек, тағы ла ижади уңыштар теләп ҡалабыҙ.🎉💐
#ТанчулпанГарипова
#Дюртюлинскаяцентральнаябиблиотека📚