ӘҘӘБИ СӘҒӘТ “МОСТАЙ ТИГӘН ДОНЪЯ БАР”
20 октябрь Башкортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнө. Мостай Кәрим — бөйөк башҡорт шағиры, яҙыусы, драматург, публицист, граждан һәм яугир, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, күп хәрби һәм хеҙмәт ордендары һәм миҙалдары кавалеры, күренекле йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт халҡының данлы улы Мостай Кәрим — донъя әҙәбиәте хазинаһына сикһеҙ ҙур өлөш индерҙе, башҡорт әҙәбиәтен яңы бейеклектәргә күтәрҙе. Үҙенең бар көсөн һәм талантын ул бөгөнгө Башҡортостандың ҡабатланмаҫ образын һүрәтләүгә бағышланы. Уның китаптары тиҫтәләрсә телдәргә тәржемә ителгән. Ил өсөн ауыр һынылыш мәлдәрендә лә ул өндәшмәй ҡала алманы. Аҡыллы һүҙе халыҡ араһында ҡайтауаз булып яңғыраны. Һәр кем өсөн туғанындай яҡын кеше булды. Халыҡ уны юғары әҙәби маһирлығы, таланты һәм кешелек сифаттары өсөн яратты. Уның ижадын әҙәбиәт һөйөүселәр әле булһа ла яратып уҡый. Китап уҡыусыларыбыҙ өсөн виртуаль китап күргәҙмәһе һәм бер нисә шиғырын тәҡдим итәбеҙ.
ЯПРАҠ ЯУҒАНДА
Көҙгө урман. Шундай сыуаҡ миҙгел.
Япраҡ яуа. Яуа талғын ғына.
Йәмен ҡойған ғәмһеҙ ағастарға
Ҡараным да уйға талдым бына.
Әлегәсә шикһеҙ асыҡ ине
Көндөң, айҙың, йылдың һәр бер мәле.
Мин күргәнсә, мин тигәнсә ине
Барлыҡ заттың хәле, хәл-әхүәле.
Тәбиғәткә үҙем йән өрәм тип,
Баҙнат иттем ниҙәр эшләмәгә:
Ҡайындарға мин ҡайғымды таҡтым,
Шатлығымды һиптем шишмәләргә.
Елдең юлын бүлеп, юл өйрәттем,
Зәңгәр сер өҫтәнем һауаларға:
“Ныҡ тороғоҙ! Сабыр булығыҙ”, – тип
Аҡыл бирҙем хатта ҡаяларға.
… Кескәй генә бер һары түш турғай
Пыр-пыр осоп ҡунды йәнәшәмә.
Мохтаж микән ошо ҡош балаһы
Минең кәйеф, минең кәңәшемә?
Шишмәләргә ниңә минең шатлыҡ?
Ҡайындарға ниңә минең ғәмем?
Бынан ары был донъяның йәмен
Булғанынса ҡабул ит һин, йәнем.
Көҙгө урман. Шундай сыуаҡ миҙгел.
Япраҡ яуа. Яуа талғын ғына.
Миңә баҡҡан һары түш турғайға
Ҡарап тороп фәһем алдым бына. (1988)
Күкрәгемдән ҡоштар осорам
Ваҡ мәшәҡәт, ығы-зығы тамам,
Бар эшемдең сыҡтым осона.
Шуға күрә бөгөн таңдан алып
Күкрәгемдән ҡоштар осорам.
Аҡлыҡ, хаҡлыҡ өсөн көрәшселәр!
Тәү бүләгем һеҙгә, ҡарағыҙ:
Ҡанаттарын ғорур ҡаға-ҡаға
Күтәрелде күккә ҡарағош.
Юлдағылар! Һеҙгә ебәрәмен
Ел-дауылдар үтер торнаны.
Сирлеләрем, кәкүк осорам һеҙгә –
Оҙаҡ-оҙаҡ саҡыра торғанын.
Сығып осто ярһыу бер һандуғас,
Ғашиҡтарым, һеҙҙең өлөшкә.
Көткәндәргә – аҡ күгәрсен килер,
Яңы өмөт өҫтәп өмөткә.
Хыялыйҙар, сая һәм йыуаштар!
Һәммәгеҙгә тейер ҡошом бар.
Ғәмһеҙҙәргә генә һис нәмә юҡ –
Әйҙә улар ҡошһоҙ торһондар.
Ығы-зығы, ваҡ мәшәҡәт тамам,
Бар эшемдең сыҡтым осона.
Шуға күрә һәр көн таңдан алып
Күкрәгемдән ҡоштар осорам. (1970)
#Туғантелгә100аҙым
#Башҡорткитабыайлығы
#Дүртөйлөүҙәккитапханаһы