🎄ХУШ КИЛӘҺЕҢ, ЯҢЫ ЙЫЛ!🎄
Яңы йыл етте, яңы йыл,
Беҙ көткәнде белгәндер.
Яңы йыл ул – сер тоҡсайы,
Ниҙәр алып килгәндер?
Яңы йыл – яңы юл башы,
Хәйерле була күрһен.
Күңелдәрҙе күккә сөйөр
Ҡанатлы ҡеүәт бирһен.
Ҡурҡмайыҡ ҡышҡы бурандан,
Буран өйгә инмәһен.
Утлы-уҡлы өйөрмәләр
Ил өҫтөнә килмәһен.
Яңы йылдың матурлығы –
Буран менән ҡар бит ул.
Аҡ бурандар аръяғында
Тылсымлы яҙ бар бит ул.
Гөлфиә Юнысова
Берсә епшетеп, берсә туңдырып, берсә ҡар бурандар туҙҙырып был йылда үтеп бара. Һоҡландырғыс ҙур ваҡыйғалары, йөрәктәрҙе тетрәндергән бәлә–ҡаҙалары менән бик тә үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ йыл булып тарихҡа кереп ҡаласаҡ ул. Тыуып килгән Яңы йылда һәр ҡайһыбыҙға теләктәребеҙ шул: һәр атҡан таңдарыбыҙҙы һаулыҡ-сәләмәтлектә ҡаршыларға, мул һәм имен тормошта, ғәиләләребеҙ именлегендә йәшәргә яҙһын! Ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ! Киләһе йылда ла беҙҙең менән бергә ҡалығыҙ, китаптан айырылмағыҙ! Һеҙҙе китапханала бик ҡыҙыҡлы, матур эстәлекле яңы китаптар көтә, рәхим итегеҙ!!!
#Яңыйыл
#Новый2023год
#Дюртюлинскаяцентральнаябиблиотека 📖☃