Герб
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
межпоселенческая централизованная
библиотечная система

муниципального района Дюртюлинский район Республики Башкортостан
(МБУК МЦБС МР Дюртюлинский район РБ)
Контакты
Прочие контакты
Факт. адрес
452320, Республика Башкортостан, г. Дюртюли, ул. Разила Мусина, д. 72
Юридический адрес
452320, Республика Башкортостан, г. Дюртюли, ул. Разила Мусина, д. 72

ШИҒРИӘТ СӘҒӘТЕ “ЙӨРӘКТӘРҘӘ ҠАЛДЫҢ ЙЫР БУЛЫП…”

Бөтәһе лә үтә икән, беләм,
Тик йыр ҡала!
Ҡала мөхәббәт!
Шиғырҙарың «кейеп» ҡарағайным,
Йөрәгемдә ҡалды йәрәхәт…
Бер йәнемдә мең-мең йәрәхәт!..

О! Шағирым!
Милләтемдең йәне!
Ҡабат ҡайттың илгә терелеп!
Йәншишмәнең тере тамсыһы һин!
Урал батыр рухы иң элек!
Лариса Абдуллина.
Аҫыл улдары ҡалдырған яҡты эҙҙе халыҡ күңеленән ваҡыт ағышы юйып ташлай алмай, киреһенсә, йылдар үткән һайын был ғали йәндәр ҡалдырып киткән нурҙар күңелгә ғәзизерәк була бара. Атаҡлы башҡорт шағиры Шәйехзада Бабич бына шундай бөйөк шәхестәрҙең береһе. Бөгөн китапханала, Дүртөйлө ҡалаһының 1-се мәктәбенең 9 класс уҡыусылары өсөн, Шәйехзада Бабичҡа арналған шиғриәт сәғәте үтте. Китапханасы балаларға уның юғары әхлаҡи сифаттарға эйә булған кеше, күренекле шағир, башҡорт әҙәбиәте классигы, Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, Башҡорт Хөкүмәте ағзаһы булараҡ һәләттәрен асып һалды, тормошо һәм ижад юлы менән таныштырҙы. Уҡыусылар үҙҙәренә оҡшаған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙеләр, «Шәйехзада Бабич» видеофильмын ҡарағандан һуң, һорауҙарға яуап бирҙеләр. Сарала «Йондоҙ булып атылдың һин, Шәйехзада» тип аталған китап күргәҙмәһенә байҡау яһалды.
#ШәйехзадаБабич
#Дюртюлинскаяцентральнаябиблиотека📖;