Герб
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
межпоселенческая централизованная
библиотечная система

муниципального района Дюртюлинский район Республики Башкортостан
(МБУК МЦБС МР Дюртюлинский район РБ)
Контакты
Прочие контакты
Факт. адрес
452320, Республика Башкортостан, г. Дюртюли, ул. Разила Мусина, д. 72
Юридический адрес
452320, Республика Башкортостан, г. Дюртюли, ул. Разила Мусина, д. 72

ТАНЫШ БУЛЫҒЫҘ: ЯҢЫ ЙЫР!

Районыбыҙҙа яугир шағир, Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған тантаналы саралар уҙҙы. Был сараларҙа яҡташыбыҙ һүҙҙәренә “Юҡҡа түгелдер”, “Өфө йүкәләре”, “Ҡышкы романс”, “Һиңә тағы мин бер киләм әле” кеүек йырҙар ижад иткән арҙаҡлы композитор, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы, Татарстандың Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рим Хәсәнов тә ҡатнашты. Беҙгә, китапханасыларға, был легендар шәхес менән яҡындан танышып, иҫтәлеккә фотоға төшөү бәхете татыны. Рим Мәхмүт улы был көндө дүртөйлөлөләргә көтөлмәгән оло бүләк “Ҡәҙерле тыуған ер” йырының премьераһын тәҡдим итте.
#Дюртюлинскаяцентральнаябиблиотека📖