Герб
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
межпоселенческая централизованная
библиотечная система

муниципального района Дюртюлинский район Республики Башкортостан
(МБУК МЦБС МР Дюртюлинский район РБ)
Контакты
Прочие контакты
Факт. адрес
452320, Республика Башкортостан, г. Дюртюли, ул. Разила Мусина, д. 72
Юридический адрес
452320, Республика Башкортостан, г. Дюртюли, ул. Разила Мусина, д. 72

ШИҒРИӘТ ҺӨЙӨҮСЕЛӘРГӘ📖

Еребеҙгә шаулап-гөрләп яҙ килә… Был миҙгелде һәр ваҡыт яңырыу, уяныу, терелеү менән тиңләйбеҙ. Ысынында шулай. Бар тереклек йәнләнә, күңелдәр өмөткә тулыша. Йәшәүгә дәрт уяна.
Бына-бына ҡар пәрҙәһен йыртып, ер өҫтөнә умырзая ҡалҡыр. Унан бәпембәһе, наҙлы күк сәскәһе, шымтый һарыбаштар ятыр ер биҙәп… Донъяны хозурлыҡҡа күмгән, күңелдәрҙе елкендергән яҙға шағирҙар әллә күпме шиғыр бағышлаған. Ҡәҙерле дуҫтар, һеҙҙең иғтибарығыҙға уларҙың бер нисәһен тәҡдим итәбеҙ, рәхим итеп уҡығыҙ!

Быйыл да яҙ етте.
Быйыл да яҙ етте
Ярһыуҙары менән.
Хәсрәттәр, тим, аҡһын
Ҡар һыуҙары менән.
Тәбиғәт тә көлөп,
Тамсы менән уйнай.
Ҡояш наҙлап, һөйөп
Ҡамсы-нурын болғай.
Быйыл да яҙ етте,
Моң һағынған йөрәк.
Ҡыштың йыры башҡа –
Ул ҡабынмай дөрләп.
Яҙ көйҙәре – ялҡын,
Күңелдәрҙә – усаҡ.
Шул яныуҙар менән
Ғаләмдәргә осам…Т. Ҡарамышева

Яҙғы этюд.
Йомшаҡ елдәр иркәләнеп,
Еүеш ҡарға һарыла.
Көндөҙ ҡыйыу атлаған яҙ
Һыуыҡ төнгә абына.

Иртән һыуыҡтарҙы ҡыуып,
Ҡояш сыға тағы ла.
Ҡояш төшкән боҙло ҡарға
Ҡараһаң, күҙ сағыла.

Күк юлынан тыуған яҡҡа
Ҡоштар ҡанат ҡағына.
Ә мин яҙға елеп килдем
Саналарҙа, саңғыла. Г. Юнысова.

Яҙ һулышы
Ишегемде кинәт шаҡынылар,
Кем тип торам – шаян Яҙ икән.
Күңелкәйем ирене лә ҡуйҙы,
Ҡосаҡтары тулы наҙ микән?

Иңбашымдан һалдым шәлемде лә,
Ҡояшының нуры ҡыҙҙырғас.
Йылы еле һыйпап баштарымдан,
Иркәләтеп һуштан яҙҙырғас.

Күҙ ҡыҫышҡас күктә йондоҙҙары,
Төнө лә бик серле тойолдо.
Ай бәүелтеп сәңгелдәген һуҙғас,
Түшәгенә аунап ойоном.

…Иртәгәһен Яҙҙы таныманым:
Ҡырыҫ ҡына итеп ҡараны.
Әмер көткән аҡман-тоҡманы ла
Ҡаплап алды барса донъяны.

Өшөнөм дә, ыжғыр бурандарҙан
Ышыҡланыр урын тапманым.
Ҡар-юрғанға ғына урандым да
Көрттө йырып алға атланым.

Иртә яҙға инде ышанмамын,
Тәүге хистәр кеүек ялғанмы?!
Йөрәк тирәм һулҡылдаған булды –
Тәүге һөйөү һалған ярамы? Р.Солтанова.
ЯҘ
Аҡ биләүҙән сыҡҡан сабыймы ни
Тәбиғәттең әлеге мәле!
Ер-Әсәнең наҙлы ҡосағында
Иркәләнеп үҫәһе әле…
Күҙ йәштәре даръя булып аҡһа-
Мөлдөрәмә тула йылғалар!
Илап туйғас, бер йылмайып ҡуйһа-
Яҡтырып та китә донъялар!
Бөрө-күҙен аса тал-сыбыҡтар,
Морон төртә йәшел үләндәр…
Яландарға,баҫыу -ҡырҙарына
Шифалы дым бөркөр үҙәндәр…
Ҡошҡайҙарҙың моңло ауаздары
Сафлыҡ өҫтәй беҙҙең күңелгә.
Ошо тамашаны хайран итеп
Умырзая сыҡҡан күрергә…М.Бикәнәсова

#Дюртюлинскаяцентральнаябиблиотека