Герб
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
межпоселенческая централизованная
библиотечная система

муниципального района Дюртюлинский район Республики Башкортостан
(МБУК МЦБС МР Дюртюлинский район РБ)
Контакты
Прочие контакты
Факт. адрес
452320, Республика Башкортостан, г. Дюртюли, ул. Разила Мусина, д. 72
Юридический адрес
452320, Республика Башкортостан, г. Дюртюли, ул. Разила Мусина, д. 72

“ШИҒРИӘТ ДОНЪЯҺЫНДА”

21 март – Бөтә донъя шиғриәт көнө. 📖
О шиғриәт! Фани донъяла
Бөтәһе лә килде-китмәле:
Йөрәк етте һиңә килергә,
Ә китергә аҡыл етмәне.
Назар Нәжми.
Һәр кем донъяла үҙенсә шағир, һәр кеше күңелендә шиғриәт осҡоно йәшәй. Берәүҙәрҙә төптәрәк, берәүҙәрҙә өҫтәрәк. Күптәрҙә шундай шиғриәт осҡоно булмаһа, поэзияны уҡыусы ла, һөйөүсе лә булмаҫ ине. Поэзия һөйөүселәр — улар шиғри тәбиғәтле кешеләр.
Ғайса Хөсәйенов.
Бөтә илдәрҙең шағирҙары һәм шиғыр яратыусылары бөгөн Бөтә донъя шиғриәт көнөн билдәләй. Был байрамды ойоштороу тураһында ҡарар 1999 йылда ЮНЕСКО генераль конференцияһының 30-сы сессияһында ҡабул ителә. Бөтә донъя шиғриәт көнө бәләкәй нәшриәттәргә үҙҙәре тураһында киң белдереү мөмкинлеген бирергә саҡырылған, сөнки күбеһенсә уларҙың көсө менән заман шағирҙарының ижады уҡыусыларға, тере яңғыраған шиғри һүҙ традицияһын тергеҙеүсе әҙәби клубтарға еткерелә. Байрам ойоштороп, ЮНЕСКО бөтә донъя киң мәғлүмәт сараларын поэзияның, кешеләргә асыҡ, ысын заманса сәнғәт булараҡ, позитив образдарын булдырыуға өндәй.
Яратҡан шағирҙарыбыҙҙы, яҙыусыларҙы, шиғыр һөйөүселәрҙе шиғриәт байрамы менән ҡотлайбыҙ! Ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен, илһам ҡанаттарығыҙ талмаһын, һеҙгә һаулыҡ–сәләмәтлек, ижади уңыштар, донъя именлеге теләйбеҙ. Шиғырҙан айырылмай йәшәргә насип булһын һәммәбеҙгә лә!
#Шиғриәткөнө
#Дюртюлинскаяцентральнаябиблиотека📖