ШИҒРИӘТ СӘҒӘТЕ “КӨҘГӨ ҺУҠМАҠТАР БУЙЛАП…”
Бөгөн Дүртөйлө ҡалаһының үҙәк китапханаһы хеҙмәткәрҙәре, әҙәбиәт һөйөүселәр матур шиғырҙары менән билдәле һәм башҡорт шиғриәтенең алтын хазинаһына ингән күренекле лириктарҙың береһе, Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙе хөрмәтләп иҫкә алды. Ул 1999 йылдың 6 сентябрендә вафат була. Йыл һайын был көндө районда яҡташыбыҙҙы иҫкә алыу көнөнә арналған төрлө саралар, осрашыуҙар үткәрелә. Бына бөгөн дә уның исеме менән аталған скверҙа баш ҡала ҡунаҡтары – яҙыусы, шағирә, журналист Р.И. Ырысҡужина, “Йәшлек” гәзитенең мәҙәниәт һәм әҙәбиәт бүлеге мөдире Г.В.Ҡыуатова, журналист И. Хужабиргәнов, туғандары, ерле яҙыусылар һәм шағирҙар, журналистар, педагогтар, китапханасылар йыйылды, улар Назар Нәжмиҙең ижади тормошон иҫкә төшөрҙө, шиғырҙарын уҡыны. Уның китаптары, был һәйкәл һәм сквер – бөйөк шағирыбыҙҙың әле лә тере булыуын раҫлаусы тағы бер дәлил. «Ул оҫта, талантлы мөхәррир, етәксе булды һәм шул уҡ ваҡытта ышаныслы иптәшебеҙ булып ҡалды, беҙ һәр ваҡыт уға һоҡландыҡ», – тине коллегалары һәм дуҫтары.
#НазарНәжми
#Дюртюлинскаяцентральнаябиблиотека