ТЫУҒАН КӨНӨҢ МЕНӘН, РЕСПУБЛИКАМ! 🇺🇿💐
Хөрмәтле китап уҡыусыларыбыҙ, һеҙҙе Башҡортостан Республикаһы көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Барығыҙға ла киләсәктә тыныслыҡ, берҙәмлек, рух ныҡлығы, бәхетле татыу тормош һәм һаулыҡ теләйбеҙ! Сәскә атһын Республикабыҙ! Илебеҙҙә һәр ваҡыт тыныслыҡ булһын! Байрам уңайынан Ватаныбыҙ, туған илебеҙ тураһында шиғырҙар тәҡдим итәбеҙ. Рәхим итеп уҡығыҙ!
Беҙҙең китапхана ишектәре һәр саҡ асыҡ – килегеҙ, уҡығыҙ!
📖”Башҡортостан – беҙҙең Ватан…”
Тыуған илем – беҙҙең урам,
Тыуған яғым – ҡуйы урман,
Тыуған ерем – бешкән балан,
Гөл-сәскәле йәшел ялан.
Үҙ еремдә – үҙ йортобоҙ,
Мине һөйгән әсәм-атам,
Мәктәбебеҙ, уҡытыусым,
Башҡортостан – беҙҙең Ватан.
Һандуғастар таллыҡтарҙа,
Һыуҙа йөҙгән балыҡтар ҙа,
Шундай гүзәл беҙҙең Ватан,
Үҙ илемде мин яратам! (Ф. Ғөбәйҙуллина)
📖”Дан һиңә, дан, Башҡортостан!”
Күк Уралдың иркен күкрәгендә
Азат шоңҡар ғорур осҡанын
Ҡарайым мин сикһеҙ шатлыҡ менән:
Дан һиңә, дан, Башҡортостаным!
Егет ҡулы тейһә, ер майы ла
Ете ҡаттан ата фонтанын.
Ҡотлайым мин халҡым егетлеген:
Дан һиңә, дан,Башҡортостаным!
Тупрағы ла алтын тыуған ерҙең,
Ҡулдарында булһа оҫтаның.
Ҡыҫайым мин оҫта ҡулдарыңды:
Дан һиңә, дан, Башҡортостаным! (Р. Ғарипов)
📖”Башҡорт иле”
Башҡортостан – ҡурай иле,
Башҡортостан – Урал ере,
Башҡортостан – ҡумыҙ теле,
Башҡортостан – ҡымыҙ сере.
Ерһенмәгән ҡайтһын кире,
Илһенмәгән ҡайтһын кире,
Иҫкә алһын туған телен,
Башҡортостан – мәңге тере! (Ә. Үтәбай)
📖”Һинең яҙмыш – минең яҙмыш”
Республикам, ниҙәр теләргә һуң
Был байрамдың тыуған көнөндә?
Тамуғын да, ожмахын да күрҙең
Төштәреңдә түгел, өнөңдә.
Ҡоролоҡто, һыу баҫыуҙы күрҙең,
Эре урмандарҙың яныуын;
Поездарҙың шартлауҙарын күрҙең,
Ғазраилдың үсе ҡаныуын.
Күңелдәрҙең йылыныуын күрҙең,
Йылы өйҙә йөрәк өшөүен;
Бөйөк осоштарҙы күреү менән
Кешеләрҙең түбән төшөүен.
Беҙҙән оло ғәмәл көтөп күптән
Ғаләм ҡарап тора күҙ алмай.
Йәнһеҙҙәрҙә йән терелер саҡта,
Мөмкин түгел бөгөн һүҙ алмай.
Инде һинең күргән-кисергәнде
Күрһәтмәһен инде тағын да.
Тик ғәҙелдәр генә торһон ине
Ерҙә ғәҙеллектең һағында.
Инде бер ҡайҙа ла
тайпылмаҫлыҡ
Көтөп-көтөп һалған юлыбыҙ.
Уяу уйҙар яңы бурыс ҡуя –
Бөтәһенә әҙер ҡулыбыҙ.
Үҙ яҙмышын үҙе яҙа халҡым,
Башҡаларҙан башҡа йәм күрмәй.
Берәүҙән дә үҙен артыҡ күрмәй,
Берәүҙән дә үҙен кәм күрмәй.
Һәр бер көндө байрам итеп була,
Булһаҡ та беҙ тик бер ҡатлыраҡ,
Беҙҙең һәр бер байрам булһын өсөн
Тағы ҡотло, тағы затлыраҡ.
Тик уйларға, тик эшләргә кәрәк,
Һәр береңә – башты ватырға,
Күп нәмәгә хоҡуҡ булған саҡта,
Һис хоҡуҡ юҡ уйһыҙ ятырға.
Республикам, һиңә генә түгел,
Үҙемә лә ошо теләгем.
Һинең яҙмыш – ул бит минең яҙмыш,
Һин тигәндә – талмаҫ беләгем. (Ирек Кинйәбулатов )
#Республика_көнө
#День_Республики
#ЯлюблюБашкортостан
#Дүртөйлөүҙәккитапханаһы
#Дюртюлинскаяцентральнаябиблиотека 📖