ХАЛЫҠ-АРА ТУҒАН ТЕЛ КӨНӨ
Туған телем — ер-һыуымдың һыны,
Яҡты донъям, һауам, һулышым.
Сал быуаттар, йөҙәр быуын аша
Тыумышымдан килгән булмышым.
Назар Нәжми
21 февраль – һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө.
Бөгөн бөтә илдәрҙә Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнә. Был дата ЮНЕСКО ойошмаһының 1999 йылғы ултырышында ҡабул ителә һәм 2000 йылдан алып билдәләнә.
Ер шарында йәшәүсе халыҡтар 6 меңгә яҡын телдә аралаша, күптәре юғалыу сигендә. Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған.