ӘҘӘБИ СӘҒӘТ «БЕР ЙӘШӘРГӘ ТЫУҘЫМ…»
15 июлдә танылған башҡорт шағиры һәм яҙыусыһы, журналист һәм публицист Ирек Кинйәбулатовтың тыуыуына 85 йыл тула.
Ул 1973 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2008), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014), Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2001). Зәйнәб Биишева (2000), Сергей Чекмарёв (2000), Рәми Ғарипов (2001), Фәтих Кәрим (2006), Мәжит Ғафури (2007), Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев (2007) һәм Назар Нәжми (2014) исемендәге премиялар лауреаты.
Ирек Кинйәбулатовтың шиғриәте бар булмышы менән донъя именлеге, ил тыныслығы, кешеләрҙең хәүеф-хәтәрһеҙ йәшәүе, иртәгә өмөт-ышаныс рухы менән һуғарылған.
Ҡәҙерле әҙәбиәт һөйөүселәребеҙ, һеҙгә шағирҙың тормош юлы һәм ижады тураһында әҙәби сәғәт тәҡдим итәбеҙ. Китапханабыҙҙа көтөп ҡалабыҙ! Килегеҙ! Уҡығыҙ!
#ИрекКинйәбулатов
#Дүртөйлөүҙәккитапханаһы
#Дюртюлинскаяцентральнаябиблиотека📖