Герб
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
межпоселенческая централизованная
библиотечная система

муниципального района Дюртюлинский район Республики Башкортостан
(МБУК МЦБС МР Дюртюлинский район РБ)
Контакты
Прочие контакты
Факт. адрес
452320, Республика Башкортостан, г. Дюртюли, ул. Разила Мусина, д. 72
Юридический адрес
452320, Республика Башкортостан, г. Дюртюли, ул. Разила Мусина, д. 72

АРҘАҠЛЫ ЯҠТАШЫБЫҘ!

Бөгөн беҙҙең яҡташыбыҙ, Башҡортостандың, Татарстандың һәм Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фидан Ғафаровтың тыуған көнө. Фидан Сафа улы 1947 йылдың 12 октябрендә Башҡорт АССР-ының Дүртөйлө районы Яңы Уртай ауылында тыуған. Ошо ауылда 7 синыфты тамамлағас, 14 йәшендә Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға килә. 1966 йылда училищены тамамлағас, Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә килә. Театрҙа ниндәй генә роль уйнамаһын, үҙен һәр саҡ талантлы сәхнә оҫтаһы итеп күрһәтә.
Театр сәхнәһендә Ә. Атнабаевтың «Мөхәббәт тураһында йыр» драмаһында Илһам, У. Шекспирҙың «Ромео һәм Джульетта» трагедияһында Ромео ролдәре менән сығыш яһай башлай. Ф. Ғафаров репертуары төрлө жанрлы драма әҫәрҙәрендәге киң темаларға ҡағылған 100-ҙән ашыу ролде үҙ эсенә ала.
Башҡарған төп ролдәре: Хәлил (М. Фәйзи «Ғәлиәбаныу»), Искәндәр (Ғ. Ҡотой «Тапшырылмаған хаттар»), Камил (И. Абдуллин «Айһылыуҙың айлы кистәре»), Зөлҡәрнәй (И. Абдуллин «Тиле йәшлек»), Ғәлимйән (Х. Ибраһимов «Башмағым»), Ричард Галин (М. Кәрим «Айгөл иле»), Уҡап (М. Кәрим «Салауат. Өн аралаш төн»), Эрап (М. Кәрим «Ташлама утты, Прометей!»), Мәрәһим (М. Кәрим «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар»), Ҡотләхмәт (М. Кәрим «Ҡыҙ урлау»), Зубков (М. Кәрим «Ярлыҡау»), Һалдат (Ә. Мирзаһитов «Әсәләр көтәләр улдарын»), Булат (К. Тинчурин «Зәңгәр шәл») һ.б.
Талантының тәбиғилеге, лирик хисле булыуы, күңел кисерештәрен нескә асып биреү һәләте менән актёр башҡаларҙан айырылып тора. Моңло тауышы тамашасыны әсир итә. 1991 йылда ул «Фидан Ғафаров театры»н ойоштора.
2020 йылдың мартында башҡорт театр сәхнәһе һәм эстрада йондоҙо, популяр актёр һәм лирик йырҙар башҡарыусы Фидан Ғафаровҡа «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелде.
Беҙ, китапхана хеҙмәткәрҙәре, Фидан Сафа улы Ғафаровты тыуған көнө менән тәбрикләйбеҙ, уға иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә именлеге, ижади уңыштар теләйбеҙ!