Герб
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
межпоселенческая централизованная
библиотечная система

муниципального района Дюртюлинский район Республики Башкортостан
(МБУК МЦБС МР Дюртюлинский район РБ)
Контакты
Прочие контакты
Факт. адрес
452320, Республика Башкортостан, г. Дюртюли, ул. Разила Мусина, д. 72
Юридический адрес
452320, Республика Башкортостан, г. Дюртюли, ул. Разила Мусина, д. 72

«МИНЕҢ ТЕЛЕМ – ДУҪЛЫҠ ТЕЛЕ»

Бөгөн үҙәк китапханаһының уҡыу залында башҡорт теле көнө һәм бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыу айҡанлы бик матур сара үтте.
Сарала Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһы, мәҙәниәт һәм мәғәриф хеҙмәткәрҙәренән торған командалар ҡатнашты. Байрамды Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Сәғҙәтулла улы Йосопов асып ебәрҙе Һәм иң матур, иң яғымлы телдәрҙең береһе булған башҡорт теле көнө менән ҡотланы!
Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, ҡалабыҙҙың Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһы директоры Гөлшат Нәбиулла ҡыҙы Хөсәйенова башҡорт теле аҡ шишмәләй саф, матур йырҙай моңло, илаһи тел булыуын һәм башҡорт теленең ҡәҙерен белергә, уны һаҡларға өндәне. Командалар төрлө конкурстарҙа ҡатнаштылар: шиғри бәйгелә М. Аҡмулланың “Аҡыл”, “Нәсихәттәр”, “Тиһеңме?”, “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғырҙарын уҡынылар, башҡорт телендә заманса дәрес өлгөләре күрһәттеләр, ә башҡортса караоке тағы ла уйынсыларҙы дәртләндереп ебәрҙе һәм тамашасылар күңеленә хуш килде.
Байрамды «Ынйыкай» ансамбле концерт номерҙары менән биҙәне.

#башҡорттелекөнө2021
#деньбашкирскогоязыка2021