Герб
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
межпоселенческая централизованная
библиотечная система

муниципального района Дюртюлинский район Республики Башкортостан
(МБУК МЦБС МР Дюртюлинский район РБ)
Контакты
Прочие контакты
Факт. адрес
452320, Республика Башкортостан, г. Дюртюли, ул. Разила Мусина, д. 72
Юридический адрес
452320, Республика Башкортостан, г. Дюртюли, ул. Разила Мусина, д. 72

ӘҘӘБИ БАЛҠЫШ “КӨҘҘӨҢ СЕРЕ КҮҢЕЛДӘРҘӘ”

Ҡәҙерле әҙәбиәт һөйөүсе дуҫтарыбыҙ!
Йылы сыуаҡ, һары япраҡлы алтын көҙ көндәре менән хушлашырға ашыҡмайыҡ әле. Башҡорт китабы айлығы сиктәрендә һеҙҙең иғтибарығыҙға көҙҙөң үҙе кеүек яҡты һағыштарҙан, моңһоу шатлыҡтарҙан туҡылған шиғри шәлкем һәм китаптар тәҡдим итәбеҙ!

КӨҘГӨ БИҘӘКТӘР. Кинйәғәли Абдуллин.
Көҙҙөң һары япраҡтары –
Һағыштар гөлләмәһе.
Күңелемде өҙгәләне,
Һис кенә йәлләмәне.
Уттай йөрәк –япраҡтарын
Елберҙәтеп елдәргә,
Уҫак үҙенең аһ – зарын
Һөйләй икән кемдәргә?
Миләш – сибәр баҫа алмай
Мөхәббәт ялҡындарын,
Инеш аша тал – егеткә
Һуҙа һөйөү – ҡулдарын.
Елдәр ялҡын – япраҡтарҙы
Һанап, барлап сыға ла
Күңелдәрҙе елкендерер
Моңдар бөркөп сығара.
Көҙҙөң матурлыҡ балҡышы
Күңелем күген нурлай.
Әйтеп аңлата алмаҫлыҡ
Тылсым менән сихырлай…

КӨҘ ЕТКӘС. Кәтибә Кинйәбулатова
Килеп етте тағы көҙ көнө,
Ябай түгел – көҙҙөң алтыны.
Саған ағастары ғәжәйеп:
Яна ялҡын төҫлө талпынып.
Тәңкә-тәңкә япраҡ ҡойола
Талғын ғына йомшаҡ елдә лә,
Көҙ һаман көҙ ул, күрәһең,
Япраҡ төшә сыуаҡ көндә лә.
Ошо ваҡыт бөтә япраҡтар
Шыбырланы минең ҡолаҡҡа:
Османыҡ бит бына йыраҡҡа,
Түшәлдек бит тыуған тупраҡҡа.

КӨҘ. Салауат Әбүҙәр

Биҙәнә лә төҙәнә көҙ, –
Күҙ теймәһен йөҙөнә.
Күк – көҙгөгә ҡарап тора,
Һоҡланып үҙ-үҙенә.

“Ғаләм һылыуы” тажылай
Ҡояш биҙәй толомон.
(Был ҡартлас шашҡан, тимәгеҙ, –
Матурлыҡтың ҡоломон).

Тик һағыш сорнай йәнемде,
Йөрәкте ала өтөп:
Матурланып, һуңғы юлға
Китә көҙ, ғашиҡ итеп…

#Туғантелгә100аҙым
#Башҡорткитабыайлығы
#Дүртөйлөүҙәккитапханаһы