Герб
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
межпоселенческая централизованная
библиотечная система

муниципального района Дюртюлинский район Республики Башкортостан
(МБУК МЦБС МР Дюртюлинский район РБ)
Контакты
Прочие контакты
Факт. адрес
452320, Республика Башкортостан, г. Дюртюли, ул. Разила Мусина, д. 72
Юридический адрес
452320, Республика Башкортостан, г. Дюртюли, ул. Разила Мусина, д. 72

ТЫУҒАН КӨНӨҢ МЕНӘН, РЕСПУБЛИКАМ!

Хөрмәтле китап уҡыусыларыбыҙ! Һеҙҙе барығыҙҙы ла төп Дәүләт байрамы – Республика көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Сәскә атһын Республикабыҙ! Илебеҙҙә һәр ваҡыт тыныслыҡ булһын! Барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек һәм именлек, тыныслыҡ һәм татыулыҡ, ғаилә именлеге һәм һәр изге эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ! Республика көнө уңайынан Ватаныбыҙға, туған илебеҙгә ҡарата бөтмәҫ-төкәнмәҫ һөйөү, һоҡланыу, ололау хистәре менән һуғарылған шиғырҙар тәҡдим итәбеҙ. Рәхим итеп уҡығыҙ!

Тыуған көнөң менән, Республикам,
Татыулығы һәр бер милләттең.
Тыныс йәшәү һинән-минән тора,
Тыныс йәшәү менән ҡиммәтһең.
Тыуған көнөң менән, Республикам,
Тыуған көнөң менән, милләттәш!
Бәхет кенә теләп бер-беребеҙгә,
Тупланайыҡ милләт, дуҫ-иптәш! Зөбәржәт Йәнбирҙина

“Башҡортостан”
Башҡортостан! Татлы балһың, кеүек,
Дегетсе бер оҫта кеүекһең –
Кейеменә мазут еҫе һеңгән
Һин, гүйә, бер эшсән егетһең.
Башҡортостан! Ярһыу атһың һымаҡ:
Өйөрҙәрең – утлы өйөрмә.
Ҡымыҙ еҫе, йәйләүҙәрҙең хисе
Йырлап инә йырлы өйөңә.
Башҡортостан! Һин икмәкле тупраҡ,
Йәшел урман, болон, тау, дала.
Йәнһеҙгә – йән, йәмһеҙгә йәм биргән
Һин ут һәм һыу, һауа һәм дауа.

Бар булғаның һинең үҙеңдеке –
Ер аҫтың һәм өҫтөң – хазина.
Китаптарың юҡта, китап итеп,
Тарих яҙғанһың һин ташыңа.
Ниндәй ер һин?! Ер алтының түгел,
Күңел алтындарың – мең алтын.
Йырлап тора телең. Йөрәгеңдә
Ерҙәр тетрәтерлек дәрт, ялҡын.
Шул дәртең һәм шул ялҡының күскән
Ереңдәге һәр бер халҡыңа.
Бер йәшәүе мең йәшәүгә тора
Дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ хаҡына.
Кешенеке түгел, үҙеңдеке
Һәр ауазың, төҫөң, һәр нурың.
Үҙ болотоң күктә йөҙә кеүек,
Яуа төҫлө тик үҙ ямғырың.
Ниндәй дәүләт үҙең! Һулыштарың,
Тәбиғәтең, холҡоң бер түгел.
Бер үк мәлдә Йылайырҙа йылы,
Ә Дыуанда тулай һалҡын ел.
Ҡайнарлығың, һалҡынлығың менән
Һин йәнемдә минең, тәнемдә.
Тоям һине дегет еҫендә лә,
Тоям шул уҡ балың тәмендә…
Тел асылған һиндә, күҙ асылған,
Бал тапҡаным һиндә табылған.
Табылғанға ғүмер табынманым,
Мин – ғүмергә һиңә табынған,
Ерем-һыуым, Башҡортостан! Назар Нәжми

“Дан һиңә, дан, Башҡортостан!”
Күк Уралдың иркен күкрәгендә
Азат шоңҡар ғорур осҡанын
Ҡарайым мин сикһеҙ шатлыҡ менән:
Дан һиңә, дан, Башҡортостаным!
Егет ҡулы тейһә, ер майы ла
Ете ҡаттан ата фонтанын.
Ҡотлайым мин халҡым егетлеген:
Дан һиңә, дан,Башҡортостаным!
Тупрағы ла алтын тыуған ерҙең,
Ҡулдарында булһа оҫтаның.
Ҡыҫайым мин оҫта ҡулдарыңды:
Дан һиңә, дан, Башҡортостаным! Рәми Ғарипов

Тыуған илкәйем!
Алһыу ҡояшҡа үрелеп
Үҫә гөлкәйем.
Байрамыңды тәбрикләйбеҙ,
Тыуған илкәйем!
Тупрағыңдан һут аламын,
Тыуған еркәйем!
Эсер һауам, һулар һауам –
Йомарт илкәйем!
Урман-тауҙарыңды иңләп
Иҫә елкәйем.
Ҡурайымдың сихри моңо –
Гүзәл илкәйем!
Һандуғастар көнләшерлек
Наҙлы телкәйем,
Яҡты булһын киләсәгең,
Илем-илкәйем! М.Тайсина

#РеспубликаКөнө
#Туғантелгә100аҙым
#Башҡорткитабыайлығы
#Дүртөйлөүҙәккитапханаһы