Герб
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
межпоселенческая централизованная
библиотечная система

муниципального района Дюртюлинский район Республики Башкортостан
(МБУК МЦБС МР Дюртюлинский район РБ)
Контакты
Прочие контакты
Факт. адрес
452320, Республика Башкортостан, г. Дюртюли, ул. Разила Мусина, д. 72
Юридический адрес
452320, Республика Башкортостан, г. Дюртюли, ул. Разила Мусина, д. 72

14 ДЕКАБРЬ – БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨ!

Башҡорт теле – ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән. Ошо матур байрам айҡанлы беҙҙең китапханала “Алтын тирмә” интеллектуаль уйыны үтте.
Сарала Дүртөйлө күп профилле көллиәте студенттары һәм уҡытыусылары ҡатнашты. Байрамды Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Сәғҙәтулла улы Йосопов асып ебәрҙе. Ул Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын яттан һөйләп, башҡорт теле көнө менән ҡотланы һәм уйынсыларға уңыштар теләне.
“Сәк-сәк” һәм “Аҡбуҙат”командалары араһында уйын бик йәнле, мауыҡтырғыс барҙы. Улар төрлө конкурстарҙа көс һынашты, үҙҙәренең белемдәрен, тапҡырлыҡтарын, зирәклектәрен күрһәттеләр, бигрәктә халыҡ ижадына ҡараған һорауҙарҙы яуапһыҙ ҡалдырманылар һәм дөрөҫ яуаптар өсөн тәңкәләр йыйҙылар. Күп мәрәй йыйған “Сәк-сәк” командаһы еңеүсе тип табылды.
Байрамды бик күп бәйгеләрҙә беренсе урындарҙы яулаусы 4-се курс студенткаһы Шәрифьянова Лилиә башҡарыуында башҡорт халыҡ бейеүе «Тыпырҙыҡ», Китапова Ирина, Ғилданова Илмира, Латыпова Илүзәнең йөрәктәргә үтеп инерлек итеп, тасуири шиғыр уҡыуҙары биҙәне. Күңелдәрҙе дәртләндергән һәм рухландырған, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтенә, тарихына, арҙаҡлы шәхестәренә, ғәзиз телебеҙгә һөйөү тәрбиәләгән сара барыһына ла фәһемле лә, файҙалы ла үтте.
#Башҡорттелекөнө2022
#Деньбашкирскогоязыка2022
#Дюртюлинскаяцентральнаябиблиотека