Герб
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
межпоселенческая централизованная
библиотечная система

муниципального района Дюртюлинский район Республики Башкортостан
(МБУК МЦБС МР Дюртюлинский район РБ)
Контакты
Прочие контакты
Факт. адрес
452320, Республика Башкортостан, г. Дюртюли, ул. Разила Мусина, д. 72
Юридический адрес
452320, Республика Башкортостан, г. Дюртюли, ул. Разила Мусина, д. 72

ИҒТИБАР! ИҒТИБАР!

Дуҫтар, китапханабыҙға «Ағиҙел», «Ватандаш», «Шоңҡар» журналдарының яңы һандары килде.

“Ағиҙел” журналының яңы сентябрь һаны хәҙерге прозабыҙҙы сағыу ижадтары менән байытҡан, күркәм ғүмер байрамдарын билдәләгән яҙыусыларыбыҙ Миләүшә Ҡаһарманова, Гөлнара Мостафиналарҙың хикәйәләре менән асыла. Яҙыусы, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафиндың “Ҡыҙарып сейәләр бешкән мәл ине” очерк-юлъяҙмаһында һүҙ Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикаларына эш сәфәре, махсус операция барышы, дәһшәтле ваҡиғалар, төрлө яҙмыштар хаҡында бара.
“Ватандаш” журналының 9-сы һанының тышлығында Суфия Рәхимова төшөрөлгән. Мәғәриф ветераны, Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә әүҙем ярҙам итә: бүләктәр бирә, посылкалар ебәрә. Былтыр, мәҫәлән, ул мобилизацияланғандарға 10 кеҫә телефоны бүләк иткән. Республикала “Айыҡ ауыл”республика конкурсының яңы миҙгеле башланды. Конкурс координаторы Сәлиә Мырҙабаева менән интервьюла ауылдарҙағы был яуызлыҡ менән көрәш һөҙөмтәләренә баҫым яһалды. Профессор Нәзир Ҡолбахтин ҡасандыр Шайморатов мәктәбе директоры булып эшләгән. Тап шул ваҡытта ул генерал Шайморатовтың беренсе мәктәп музейын булдыра башлай. Журналда ул был ваҡиға тураһында үҙенең хәтирәләре менән уртаҡлаша. Гөлфиә Иҙелбаеваның юбилейы айҡанлы журналдың баш мөхәррире Р. Мәһәҙиева “Өс сифатта күрәм, өс һында” тигән мәҡәләһендә уның журналист, мөхәррир һәм депутат эшмәкәрлегенә туҡтала. Ҡытай сығанаҡтарынан ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр Р. Аҫылғужин яҙмаларында килтерелә.
Башҡортостан йәштәренең айлыҡ “Шоңҡар” ижтимағый-сәйәси журналының яңы һанында ла уҡыусыларыбыҙ мауығып уҡырҙай яҙмалар донъя күргән. Тышлыҡты Илнур Ишембаевтың фотоһүрәте биҙәй, йырсы менән йәнле әңгәмә бирелгән. Мәғлүм булыуынса, журналда “Асыш” конкурсы дауам итә. Был юлы Зөлфирә Таһированың “Йөрәк ярып сыҡҡан бала” хикәйәһе, Таңсулпан Рәсүлдең шиғырҙары тәҡдим ителә. Шағир Рамай Ҡаһир “Ирек һауаһы” тигән яҙмаһында башынан үткәндәр хаҡында бәйән итә. Гөлназ Ҡотоеваның “Үткәндәргә юлдар ябыҡ” хикәйәһе лә уҡымлы тел менән яҙылған. 10 – 12 октябрҙә Минскиҙа башҡорт әҙәбиәте көндәре үтәсәк. Унда республикабыҙҙан бер төркөм яҙыусылар ҡатнаша. Ошо айҡанлы был һанда белорус яҙыусыларының әҫәрҙәре бирелә.
Китапханабыҙҙың уҡыу залында һеҙҙе көтөп ҡалабыҙ!
Килегеҙ! Уҡығыҙ! Көтәбеҙ!
#Дюртюлинскаяцентральнаябиблиотека